(23 марта 2015) Атайыбыҙ Мөтиғулла Бәхтийәр улы Арыҫланов Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Уның тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсаты менән Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивына (Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһы) мөрәжәғәт иттем. Түбәндәге яуап килде: “367-се уҡсылар дивизияһының 928-се артиллерия полкында взвод командиры 1943 йылдың 24 июнендә һәләк була. Карел-Фин ССР-ының Медвежьегорский районында ерләнгән”. Лейтенант Мөтиғулла Арыҫланов ошо уҡ йылдың 4июлендәге дивизия бойороғона ярашлы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Орден эйәһенә тапшырылмаған.
1913 йылда Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған ул. Ҡартатайым Бәхтийәрҙең ике улы үҫкән. Атайыма яңы совет мәктәбендә белем алырға мөмкинлек булдырыу өсөн, ағаһы Сафиулла Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһенең сигендә урынлашҡан Фидәрсәй исемле мордва ауылында (Йәнтештән 25 саҡрым алыҫлыҡта) байҙарҙа ялсы булып өс йыл эшләй.
Был ваҡытта Мөтиғулла Һабыр тулы булмаған урта мәктәбендә тырышып уҡый. Һуңынан яңы төҙөлгән колхоздарға иҫәп-хисапсылар әҙерләү өсөн ойошторолған ҡыҫҡа ваҡытлы курста уҡып, Йәнтеш ауылында төҙөлгән “Яңы шәреҡ” колхозына эшкә төшә. Йәш белгес, партия ҡушыуынса, ауылда комсомол ойошмаһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм уның етәксеһе итеп һайлана.
1933 йылда комсомолдың Хәйбулла райкомы Мөтиғулла Арыҫлановты Аҡъюл ауыл Советына ҡараған Аҡъюл һәм Ишкилде ауылдарында берләшкән колхоз төҙөүгә ярҙам итергә, унда комсомол ойошмаһын ойоштороу бурысын йөкмәтеп эшкә ебәрә. Йәш егеттең әүҙем хеҙмәтенә тейешле баһа биреп, 1934 йылдың башында колхозсылар Мөтиғулланы яңы төҙөлгән “КИМ” колхозының рәйесе итеп һайлай. Уға был саҡта ни бары 21 йәш була. 1934 — 1938 йылдарҙа колхоз идараһы ағзалары һәм комсомол ойошмаһы менән берлектә ҙур ғына уңыштарға өлгәшә. Колхоздың ике ауылында ла малсылыҡ, һарыҡсылыҡ фермалары, ҡырсылыҡ бригадаһы, ҙур ғына тимерлек, баҫыу станы төҙөлә. Игенселәрҙең тырышлығы арҡаһында ошо йылдарҙа гектарынан 12-14 центнер уңыш йыялар, һөт, ит етештереүҙә лә алға китеш шаҡтай була. Алдынғы һауынсы комсомол ағзаһы Мәхүпъямал Байғужина 1935 йылда Бөтә Союз колхозсы-ударниктарының II съезында делегат булып ҡатнаша. Ул И.В. Сталин, М.И. Калинин, К.Е. Ворошилов, Н.К. Крупская менән бергә фотоһүрәткә төшөп, онотолмаҫлыҡ иҫтәлек алып ҡайта.
Колхоз идараһы рәйесе, ауыл Советының тырышлығы менән һәм ВКП(б) райкомы ярҙамында Аҡъюл ауылында тулы булмаған урта (ете йыллыҡ) мәктәп асыла, уның матди-техник базаһы нығытыла. Бында тирә-яҡтағы алты ауылдан балалар белем ала. Белем усағы 1970 йылға тиклем уңышлы эшләй.
Колхоз төҙөүгә һәм уның эшен ойоштороуға юғары баһа биреп, ВКП(б) райкомы йәш етәксе Мөтиғулла Арыҫлановты 1938 йылда комсомолдың Хәйбулла райкомының беренсе секретары итеп тәҡдим итә. Ул район комсомол ойошмаһын 1940 йылдың июненә тиклем уңышлы етәкләй.
Хәйбулла — республикала иң ҙур райондарҙың береһе. Ул ваҡытта төбәктә 46 колхоз, ике совхоз, өс МТС, урман хужалығы, Бүребай руднигы, 67 дөйөм белем биреү мәктәбе, мәҙәниәт усаҡтары булған. Был объекттарҙа башлыса йәштәр эшләгән. Тимәк, комсомол райкомы шуларҙың барыһына ла етәкселек итеп, йәштәрҙең эшен, ялын ойоштора, көнкүреш шарттарын яҡшыртыуҙа булыша. Райком секретары һәр ваҡыт йәштәр араһында, һәр мәсьәләнең хәл ителеү-ителмәүе уның күҙ уңында була.
ВКП(б) райкомының бюро ағзаһы булараҡ, Арыҫланов райондың иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға, мәғариф һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға күп көс һала.
Аҡъяр ауылында кинотеатр, балалар баҡсаһы биналарын, Таналыҡ йылғаһы аша күпер төҙөү эштәре йәштәр көсө менән атҡарыла.
Бүребай руднигының фабрикаһында комсомолдар Ғүмәров һәм Әҙелгилдин етәкселегендәге йәштәр бригадалары, “Һаҡмар” МТС-ында Йәнғәле Исҡужин етәкселегендә йәш тракторсылар бригадаһы ла комсомол секретары тәҡдиме менән ойошторола. Колхоз һәм совхоздарҙа комсомол-йәштәрҙең һөтсөлөк, һарыҡсылыҡ фермалары, бригадалары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
1939 йылда етештереү объекттарында 250-нән ашыу йәш ударник эшләй. “Красная звезда” колхозында һарыҡ ҡараусы йәш колхозсы Овчинников 100 һарыҡтан 141 бәрәс алып үҫтерә, “Таналыҡ” совхозында йәш һауынсы Ҡолсобаева һәр һыйырҙан 1748 литр һөт һауып, районда еңеүсе була. 1939 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә райондан 30 малсы ҡатнаша.
Комсомол райкомы йәштәр араһында наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса әүҙем эшләй. Бының өсөн биш ауыл йәштәрен уҡытыу маҡсатында киске мәктәптәр асыла, уларҙы уҡытыусылар менән тәьмин итәләр.
1939 йылда совет-фин һуғышы башланғас, район комсомолы етәксеһе яуға ынтыла. Ләкин партия райкомы рөхсәт бирмәй: “Һинең эшең — йәштәрҙе һуғышҡа әҙерләү”. Шул бурысты үтәүгә күп көс һала ул, йөҙәрләгән йәш егет яҡшы әҙерлек үтеп, фронтҡа оҙатыла.
Һуғыш тамамланғас та, Мөтиғулла Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә барыу теләген ҡабат белдерә, партия райкомына ғариза менән икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итә. 1940 йылдың июнендә үҙ теләге менән армияға китә.
…Оборона министрлығының Үҙәк архивынан үрҙәге ҡиммәтле мәғлүмәтте алғас, беҙ ҡатыным Лена Ғәзиз ҡыҙы менән атайыбыҙ ерләнгән туғандар ҡәберлеген күреү маҡсатында 2006 йылда Карел Республикаһына барып ҡайттыҡ.
Онега күленең төньяҡ һыҙатында урынлашҡан Медвежьегорск районының хәрби комиссариатында подполковник А.М. Самарин бик йылы ҡаршыланы, бер аҙ һөйләшкәс, капитан Сальниковҡа беҙҙе алып йөрөргә ҡушты. Капитандың оҙатыуында Массальск ауылы янындағы туғандар ҡәберлегендә булдыҡ, был районда ойошторолған 33 ошондай урындың береһе икән. Ул Медвежьегорск ҡалаһынан 30 саҡрым самаһында төньяҡта Петрозаводск-Мурманск автотрассаһында урман ситендә төҙөлгән. Ҙур булмаған ялансыҡта өс метр бейеклегендә гранит ташынан эшләнгән ғәйәт ҙур һәйкәл ҡуйылған. Ул ташта ошо яҙма иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә: “Павшим защитникам Отечества в 1941—1945 гг. 176-я, 186-я, 263-я, 367-я стрелковые дивизии, 61-я, 65-я морские бригады, 227-я отдельная танковая бригада. “Вечная память”.
Һәйкәлдәге яҙмаға ҡарағанда, был районда бик ҡаты һуғыш булғаны күренеп тора. Уның эргәһендә 10-дан ашыу емерелгән, һынған тимер каскалар, танк броняһының һыныҡтары, снарядтар, ватылған пулеметтар ята. Һәйкәлдән алыҫ булмаған ерҙә, байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, һаман да элекке окоптар, траншеялар күренә.
Был урында ике сәғәт самаһы булдыҡ. Ошо ваҡыт эсендә ниҙәр кисереүемде, тулҡынланыуымды аңлатыуы ҡыйын, әммә был осраҡты тормошомдоң бик мөһим мәле тип һанайым, сөнки беҙ, өс бала, атайһыҙ үҫтек, шул ҡәҙерле һүҙҙе әйтә алманыҡ…
хеҙмәт ветераны.