(16 март 2015) Тыуған яҡты өйрәнгән модулле китапхана мөдире Рәйсә Ҡунаева менән Сибай педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Шакирова етәкселегендәге “Рухи хазина” әҙәби-музыкаль клуб уңышлы эшләй. Улар йәш быуында мәҙәниәткә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй, китап уҡыусыларҙы матурлыҡ донъяһына әйҙәй. Күптән түгел “Рухи хазина” ҡалала ижад иткән шағирҙар менән “Шиғри йәйғор” исемле бик матур сара үткәрҙе.
Бер нисә китап авторы, нескә күңелле шағирә Фирүзә Алсынбаева, Рүзидә Үтәшева, Мотал Рәмов шиғриәт һөйөүселәр менән осрашты, үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.
Тамашасыларҙы Фирүзә Алсынбаеваның ҡатын-ҡыҙ, әсә тураһындағы лирикаһы берсә тәрән хистәргә һалһа, берсә һоҡландырҙы. Рүзидә Үтәшеваның тыуған ергә һөйөү, тел, ил тураһындағы патриотик шиғырҙары ла барыһының күңеленә хуш килде. Мотал Рәмов яҡташтарына үҙ тауышы, тос фекере булған шағир булараҡ билдәле. Йылайыр районында донъяға килгән шағир тыуған яғы хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Шулай уҡ кисәлә ҡатнашҡан Сибай институты студенттарының сығышы ла йылы ҡабул ителде.
Оҙаҡ йылдар ижад итеп тә, шиғырҙары дөйөм йыйынтыҡта ғына баҫылған, үҙҙәре күптән инде иллене тултырған ижадсыларҙың һаман булһа ла йәш автор булып йөрөүе, айырым китаптары булмауы күңелде бер аҙ әрнетте. Исемле йыл тап уларҙы дәртләндерһен, ваҡытында тейешле баһа бирһен, китаптарын сығарыуҙа ярҙам итһен ине. Шул сағында Әҙәбиәт йылының әһәмиәте булыр, шағир һүҙе һәр кемдең күңеленә барып етер, йөрәктәрҙе йылытыр.

Автор: Кәримә УСМАНОВА.