Перейти к содержимому
РОО «Национально-культурная автономия башкир – курултай (конгресс) башкир РТ»

РОО «Национально-культурная автономия башкир – курултай (конгресс) башкир РТ»

Основное меню
  • Портал
  • Главная
  • Об организации
    • Руководство
    • Структура
    • Документы
    • Контакты
  • Новости
  • Медиа
    • Видео
    • Фото
  • Гостевая
  • Главная
  • Новости
  • Башҡортостанда Архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеү буйынса фонд булдырыла

Башҡортостанда Архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеү буйынса фонд булдырыла

admin 13.04.2015
(13 апреля 2015) Башҡортостанда Архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеү буйынса махсуслаштырылған фонд булдырыу буйынса эш башланды. Бындай башланғыс менән апрель баштарында йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Өфөлә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа һәм муниципаль райондарҙа ла мәҙәни һәм тарихи мираҫ объекттарын асыҡлау һәм паспортлаштырыу эшен әүҙемләштерергә ҡушты.

Баш ҡалала яңы фонд хәл итәсәк бурыстар билдәләнгән һәм башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнәләр, тип хәбәр иттеләр «Өфөнөң архитектураһын яҡлау» йәмәғәт ойошмаһынан. Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында бындай ойошмалар уңышлы эшләй, архитектура һәйкәлдәрен реставрациялау эштәрен тиҙләтә һәм уларҙы һаҡлауҙы күҙәтә.

Өфөлә 800-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ объекттары иҫәпләнә. Уларға архитектура, ҡала төҙөлөшө, тарих, сәнғәт, археология һәйкәлдәре, иҫтәлекле урындар ҡарай. Шуларҙың 307-һе Рәсәйҙең берҙәм дәүләт реестрына индерелгән, ҡалғандары асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары булып һанала.

— Хәҙер ағас архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау иң мөһим бурыс булып тора. Уларҙы нисек бар, шулай итеп ҡалдырыу мөмкин булмаҫ, моғайын. Ҡомартҡыларҙың күбеһе алебастрҙан төҙөлгән, шуға күрә улар оҙаҡҡа сыҙамай, — тип билдәләне оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.

Архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеү буйынса фонд реконструкцияға тотонолған сығымдарҙы контролгә алырға мөмкинлек бирәсәк. Был эштә йәмәғәт ойошмалары ағзалары әүҙем ҡатнашасаҡ тип күҙаллана. Бынан тыш, төбәк Башлығының тәҡдиме буйынса, Фонд иҫәбенә махсус белгестәр әҙерләргә мөмкин буласаҡ.

Источник: www.bashinform.ru

Продолжить чтение

Назад: Фильм «Пусть ветер унесет мои слова» покажут не только в Башкортостане, но и по России
Далее: Жительница Башкирии узнала о боевой награде отца спустя 70 лет

 

вконт

bn-of-rt bn-uslugi bn-ufms bn-anrussia bn-prch
 ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ
© РОО «Ассамблея народов Татарстана» Тел.: 8 (843) 237-97-99 E-mail: an-tatarstan@yandex.ru
ГБУ «Дом Дружбы народов Татарстана» Тел.: 8 (843) 237-97-90 E-mail: mk.ddn@tatar.ru
420107, г. Казань, ул. Павлюхина, д. 57