(7 октябрь 2017) Өфөләге Конгресс-холда “Башҡортостан” гәзите сыға башлауға 100 йыл тулыуҙы билдәләгән кисәне, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың милли мәҙәниәте тарихындағы күренекле ваҡиғаларҙың береһенә индерергә мөмкин.
Был аңлашыла ла: гәзит бер быуат дауамында республика халҡының ҡаҙаныштарын да, ауыр мәлдәрен дә көн һайын сағылдырып барған һәм рухи яҡтан баһалап бөткөһөҙ тарихи ҡомартҡыға әйләнгән. Шулай булһа ла, кисә маҡтаныу-шапырыныуға, уңыштарҙы барлауға түгел, ә 100 йыллыҡ тарихҡа бөгөнгө күҙлектән сығып баһа биреүгә, Совет власынан алда уҡ барлыҡҡа килгән был баҫманың илдәге төрлө дәһшәтле ваҡиғалар аша бөгөнгө көнгә лайыҡлы килеп етеүе менән ғорурланыу хисенә ҡоролғайны. Иҡтисади яҡтан ҡатмарлы хәҙерге заманда редакция коллективын борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, ләкин журналистар үҙҙәрен башҡорт халҡының милли мәнфәғәтен яҡлаған ижади бейеклектә тота белеүен һәм быға бер ниндәй ҙә проблеманың ҡамасаулай алмауын тиҫтәләрсә йыл буйы иҫбатлап килә бит. Кисәлә гәзиттең бүлек мөдирҙәре Илдар Аҡъюловтың Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булыуы, Салауат Әбүзәровҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелеүе ижад ялҡынының һүрелмәүен раҫлай.
“Любизар” хәрби-патриотик клубының, сәхнәгә сығып, гәзиттең директоры-баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевҡа “Башҡортостан” гәзите” тип яҙылған байраҡ тоттороуы һәм Азамат Рәмил улының башҡорт халҡының ошо төп баҫмаһын сығарыуҙа артабан да ҙур яуаплылыҡ тойоп һәм милләткә ҡарата ихтирам, хөрмәт һәм ғәҙеллек талаптарынан сығып эш итәсәге тураһында ант итеүе сараның кульминацион нөктәһенә әүерелде.
Матбуғат байрамында “Дарман” балалар бейеү ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү театры коллективы, билдәле йырсылар Әлим Ҡәйүмов, Римма Амангилдина, Баязит Байназаров, Алһыу Бәхтиева, Гөлсөм Бикбулатова, Салауат Мөхәмәтйәров, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм башҡа сәнғәт йондоҙҙары ҡатнашты. Фойела этно-йәрминкә, китап сауҙаһы, гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа ойошторолғайны.