Перейти к содержимому
РОО «Национально-культурная автономия башкир – курултай (конгресс) башкир РТ»

РОО «Национально-культурная автономия башкир – курултай (конгресс) башкир РТ»

Основное меню
  • Портал
  • Главная
  • Об организации
    • Руководство
    • Структура
    • Документы
    • Контакты
  • Новости
  • Медиа
    • Видео
    • Фото
  • Гостевая
  • Главная
  • Новости
  • Башҡортостан спортсылары төрлө Европа, донъя ярыштарында ҡатнашты

Башҡортостан спортсылары төрлө Европа, донъя ярыштарында ҡатнашты

admin 10.02.2015
(10 февраль) Америкала паралимпиясылар чемпионатын­да Александр Давидовичтың икенсегә алтын миҙал яулағанын ишетеп ҡыуанырға ла өл­гөр­мәнек, бар иғтибарҙы Францияла бобс­лей буйынса барған Донъя кубогының ал­тынсы этабына – бер юлы Европа берен­селегенә – йүнәлттек.

Александр Касьянов­тың экипажын­да Нефтекама егете Илвир Хужин бар бит! Бына һуңғы уҙышта улар беренсе урынға сыҡ­ты. Хәҙер Латвия экипажына ғына тректан шыуып төшәһе ҡалды. Йоҙ­роҡ­тарҙы йомарлап ултырҙыҡ та һуң, булманы – беҙҙекеләрҙе 0,28 секундҡа үтеп киттеләр. Ярай, көмөш миҙал да – мәртәбә!
Йәнә бер Европа чемпионаты көн үҙәгендә ине. Биатлонсыларыбыҙ Антон Бабиков ме­нән Эдуард Латипов, тик ултырмағыҙ әле тигән кеүек, ныҡ тулҡынланырға мәжбүр итте. Еңеү уларға еңел бирелмәне. Өлкәндәрҙән Ан­тон финишҡаса норвег спортсыһы менән ти­пә-тиң килде лә һыҙыҡты бер нисә сан­ти­метрға ғына алдараҡ уҙҙы. Бәхете бар! Ә үҫмер Эдуард, дистанцияла бик артта ҡалған мәле булһа ла, һуңғы арауыҡта ихтыяр көсөн эшкә екте. Һө­ҙөм­тәлә, эстон егетен үтеп китеп, беренсе килде.
Словакиялағы XXVII Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадаһындағы сығыштар ҙа һөйөн­дөр­ҙө. Саңғыла трамплиндан һикереүҙә ко­манда беренселегендә Илмир Хәзетдинов алтын миҙалға лайыҡ булды.

Автор: Г. БҮЛӘКБАЕВА.

Продолжить чтение

Назад: Милли асылыбыҙға ғына йүнәлтел­гән радио
Далее: Йылмайған Америка халыҡ шағирын йырлатҡанмы?

 

вконт

bn-of-rt bn-uslugi bn-ufms bn-anrussia bn-prch
 ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ
© РОО «Ассамблея народов Татарстана» Тел.: 8 (843) 237-97-99 E-mail: an-tatarstan@yandex.ru
ГБУ «Дом Дружбы народов Татарстана» Тел.: 8 (843) 237-97-90 E-mail: mk.ddn@tatar.ru
420107, г. Казань, ул. Павлюхина, д. 57