(5 февраль) 7 февраль күренекле артист Бәхти Ғайсинны хәтергә алу көне. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Бәхти Ғайсин – ғүмерен ижадҡа, йыр-моңға бағышлаған күренекле композитор, сәнғәт эшмәкәре.
Ауырғазы районы егете ижад юлын М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында концертмейстер булып башлай. Тап ошо осорҙа композиторҙың беренсе музыкаль әҫәрҙәре донъя күрә. Ә 1960 йылда Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килгәс, бында буласаҡ кәләше Фәриҙә Ҡудашеваны осрата. Шулай данлыҡлы йырсы менән иңгә-иң терәшеп, башҡорт эстрада сәнғәтен үҫтереүгә, байытыуға ҙур өлөш индерәләр.
Бәхти Ғайсин “Яҙғы урман”, “Кермә төшкә, төшмә иҫкә”, “Һөйһә лә, һөймәһә лә”, “Мыйыҡ үҫтереп ҡарайым”, “Билдәһеҙ һалдат”, “Торналар киткәндә” һәм башҡа билдәле йырҙары менән тамашасы күңелен әсир итте. Фәриҙә Ҡудашеваға булған һөйөү емеше булып “Гел генә”, “Бөгөлә ҡайын”, “Һаубуллашыу йыры”, “Һары һандуғас, ҡара ҡарлуғас”, “Ярамайға ҡарамай”, “Яратам мин һинең көлөүеңде”, “Ике аҡҡош” йырҙары тыуа. Мәшһүр моң эйәһенең был әҫәрҙәре башҡорт эстрадаһының алтын фондын тәшкил итә. Республикабыҙҙа беренсе инструменталь ансамбль төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашып, күп йылдар уны етәкләй.
Бәхти Ғайсиндың сәнғәтте үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың данын арттырыуға һалған хеҙмәте юғары баһаланды. Өфөлә ул йәшәгән өйгә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, Талбазы ауылындағы музыка мәктәбе уның исемен йөрөтә, ә тыуған ере Кешәннелә музейы эшләй.
Филармония ла үҙенең моңло артисын онотмай. “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” концерттар циклының дүртенсеһе Бәхти Ғайсин иҫтәлегенә арналған. 7 февралдә күренекле артисты хәтергә алып, Бәхти моңона сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!