(23 март 2015) Өфөгә ике көнлөк эш сәфәре менән Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский етәкселегендә рәсми делегацияның килеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Уның составында өлкә Хөкүмәте ағзаларының, Башҡортостан менән ҡыҙыҡһынған Төньяҡ Урал предприятиеһы етәкселәренең булыуы осрашыуҙың әһәмиәтенә асыҡ дәлил ине.
Ҡунаҡтарҙы Өфө бай мәҙәни программа менән ҡаршы алды – эш сәфәренең тәүге көнө, ғөмүмән, рух берлегендә үтте. “Башҡортостан” дәүләт концерт залының сәхнәһен ике төбәктең ижад коллективтары ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ майҙанына әйләндерҙе. Айырыуса Силәбенең “Урал” бейеү ансамбле, беҙҙең Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре, “Мираҫ” бейеү һәм йыр фольклор ансамблдәренең сығышын тамашасылар йылы ҡабул итте. Ғөмүмән, Силәбе менән Башҡортостан араһындағы рухи бәйләнеш элек-электән бик көслө. “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаһында Силәбе ҡалаһы һәм өлкәһендә йәшәгән 170 меңдән ашыу милләттәшебеҙҙең рухи-мәҙәни ихтыяждарын нығытыу ҙа – ана шул берҙәмлектең бер сағылышы.
Башҡортостан вәкиллеге был ниәтте бойомға ашырыу буйынса аныҡ эштәр башҡара: Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектәге тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә төрлө мәҙәни проекттар тормошҡа ашырыла. Өлкәлә Башҡортостандың сәнғәт оҫталары гастролдәре йыш ойошторола. Шуға ла эшлекле осрашыуҙарҙың рухи, ижади берлектә башланып китеүе юҡҡа түгел.
Сәфәрҙең эшлекле өлөшөнә килгәндә, осрашыу кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан башланды.
– Башҡортостан менән Силәбе араһындағы бәйләнештәрҙе уникаль тип әйтһәң дә була: ике төбәк һәр ваҡыт бер-береһен тулыландырып килә. Бер яҡтан, һәр ҡайһыбыҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнай төҫлө, әммә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, бер-беребеҙгә кәрәкле тауар етештереү менән мәшғүлбеҙ, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Документ ҡануниәт, ауыл хужалығы, транспорт, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, туризм, ағас эшкәртеү сәнәғәте, киң мәғлүмәт саралары һәм башҡа бик күп тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Килешеүгә ярашлы, яҡтар үҙ биләмәләрендә теге йәки был төбәктең вәкиллеген, координация органын ойоштора ала.
Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, былтыр төбәктәр араһындағы тауар әйләнеше 30,2 миллиард һум тәшкил иткән. Силәбенән Башҡортостанға металл, йөк машиналары, төҙөлөш материалдары оҙатылған.
— Башҡортостан — Силәбе өлкәһе өсөн иң төп стратегик партнерҙарҙың береһе, – тине Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский. – Төбәктәр араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек ризыҡтарына ихтыяж артты, был силәбеләрҙең сифатлы аҙыҡты лайыҡлы баһалауы хаҡында һөйләй.
Артабан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский “Агрокомплекс” XXV халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә булып, аграр етештереү һәм эшкәртеү сәнәғәте өсөн заманса ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлекселек, малсылыҡ өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән танышты.
Дөйөм алғанда, күргәҙмәлә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ҡытай, Голландия, Польша, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙән килгән 250-нән ашыу предприятиеның эшмәкәрлеген яҡындан өйрәнергә була. Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский экспонаттарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң төбәктәрҙә етештерелгән продукцияны тауар сығарған селтәрҙәр ярҙамында таратыуҙың маҡсатҡа ярашлылығы тураһында фекер белдерҙе. Ҡунаҡтар Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге стенды янында башҡорт балынан ауыҙ итте, үҙәк вәкилдәре силәбеләргә төрлө өҫтәмәләр ҡушылған бал тураһында һөйләне.
Был көндә Силәбенең “Петкус Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте стенды ла иғтибар үҙәгендә булды. Предприятие төрлө культура орлоҡтарын сәсеү алдынан эшкәртеү менән шөғөлләнә. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, республика аграрийҙары әлеге йәмғиәт менән өс йыл инде тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй. “Петкус Урал”дың директоры Роман Хамракулов иһә үҙ сиратында Башҡортостанда ла ошондай уҡ завод төҙөргә ниәтләүен белдерҙе. Әлегә компания “Үҙәк” МТС-ы, Калинин исемендәге агрофирма, “Базы” крәҫтиән (фермер) хужалығы менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.
“Агрокомплекс” күргәҙмәһенән һуң ҡунаҡтар “Аҡбуҙат” ипподромына юлланды.
Был көндә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский “ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә булды. Юғары технологиялы электрохимик станоктар етештереүгә көйләнгән предприятиела заманса технологиялар һәм металдарҙы эшкәртеү буйынса яңы алымдар ҡулланыла. Бында етештерелгән станоктар ярҙамында иретмәләрҙән төрлө конфигурациялы деталдәр эшләп була. Бындай технологияға бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ихтыяж ҙур. Быйылдан компания Өфө моторҙар эшләү заводының махсус заказдарын үтәй башлаясаҡ.
***
Силәбе өлкәһе делегацияһының Өфөгә эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһенең Ауыл хужалығы министрлыҡтары араһында 2015 – 2017 йылдарға Саралар планы (юл картаһы) раҫланды.
Документҡа ярашлы, төбәктәрҙең ауыл хужалығы предприятиелары берлектәге күргәҙмә эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә, аграрийҙарҙың ҡаҙаныштарын танытҡан йәрминкәләр ойошторорға тейеш. Мал ауырыуҙарын иҫкәртеү йәһәтенән ветеринар хеҙмәттәр араһында ла бәйләнештәр нығынасаҡ. Силәбе өлкәһен ябай һәм комплекслы минераль ашламалар, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культура орлоҡтары, бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр менән тәьмин итеү тураһында ла килешеүгә өлгәшелде. Яҡтар бер-береһенә ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын оҙатыуҙы арттырыу йәһәтенән дә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә хәл итте.
Ғөмүмән, ике көнлөк эш сәфәре тығыҙ графикта үтте. Программала төбәк башлыҡтары осрашыуы, эшлекле даирә вәкилдәренең һөйләшеүҙәре лә ҡаралған ине. Сәфәр барышында төбәк башҡарма власть органдары менән берлектәге сараларҙың планы раҫланды. Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе муниципаль берәмектәре башлыҡтары сиктәш биләмәләр үҫеше мәсьәләләрен тикшерҙе. Эшҡыуарлыҡ вәкилдәре эшлекле бәйләнештәр биржаһында осрашты. Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский етәкселегендәге рәсми делегация Дәүләт аналитик контроль идаралығының күсмә лабораторияһын да ҡараны.