(19 марта 2015) Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ойошторолған “Автограф көнө”ндә яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйы булды. Уҡыусылар ҙа, әҙиптәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килде сараға.
Нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов байрамды асып, авторҙарҙы өр-яңы китаптары менән тәбрикләне, ә баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр көтәбеҙ, тигән теләк белдерҙе. Георгий Кацерик рус телендәге “Вчерашнее лицо” тигән китабынан шиғырҙар уҡыны. Яҙыусының һүҙе йөрәккә үтеп инерлек үткер, тос булды. Автор башҡарыуында йыр ҙа һәммәбеҙгә оҡшаны. Уның китабында шулай уҡ поэмалар, Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев, Кәбир Аҡбашев кеүек башҡорт әҙиптәренең тәржемәләре, шулай уҡ авторҙың бала сағы, үҫмер йылдары тураһындағы шиғри циклдары урын алған
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың “Ер һәм Йыһан йыры” исемле китабы хаҡында иһә төҙөүсеһе Риф Мифтахов һөйләне. Йыйынтыҡҡа 1962 – 1968 йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәр менән бер рәттән, бығаса баҫылмаған “Гөлбикә”, “Һалдат бәхете” поэмалары ла ингән. Риф ағай тамашасыны өр-яңы көлкөлө шиғырҙары менән дә ҡыуандырҙы.
Өсөнсө ҡунағыбыҙ Мансур Һиҙиәтов тәүге ижад емешен –─ “Ҡыу ҡарағас” тигән йыйынтығын алып ҡыуанған. Унда авторҙың матбуғатта баҫылып, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан “Ҡыу ҡарағас» повесы һәм хикәйәләре тупланған. Повеста шәхси яҙмышы, йөрәге аша үткән ваҡиғалар сағылыш тапҡан. “Был китабым артабанғы ижадыма илһам сығанағы булып тора”, – тип билдәләне автор. Ижади осрашыуға күренекле прозаик Сабир Шәрипов та килгәйне. Ул ижадташ дуҫына киләсәктә яңы әҫәрҙәр һәм уңыштар теләне.
Ошо көндәрҙә Фәрит Әхмәҙиевтең “99 робағи” тигән тәүге поэтик йыйынтығы донъя күрҙе. Ете циклға бүленгән дүрт юллыҡтарҙан торған баҫма заманса ҡарашлы авторҙың әҙәби традицияларға тоғролоғо, рух һәм тормош тураһында фекер тәрәнлеге уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Автор фекеренсә, бөгөн бындай баҫмаларға ихтыяж ҙур, ләкин китап сығарыуы еңел түгел. “Айырыуса республикаға килгән ҡунаҡтарҙа сувенир баҫмалар ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ”, – тип робағиҙарҙан “ауыҙ иттерҙе” Ф. Әхмәҙиев. Йәш шағир Алмас Шаммасов робағиҙарҙың тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеле булыуын билдәләне.
Әйткәндәй, Әҙәбиәт йылы уңайынан “Китап” нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш ҡалаларында һәм райондарында китап һатыу, күргәҙмә ойошторҙо. Март аҙағында нәшриәтселәр Рәсәй Китап сығарыусылар ассоциацияһы саҡырыуы буйынса Мәскәүҙә “Рәсәй китаптары” милли күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ.

Автор: Нәркәс КҮРПӘСЕВА.