( 28 января) Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары-2015» асыҡ эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы уҙҙы. Бәйгелә үҙ бәхетен һынап ҡарау өсөн Өфө, Дүртөйлө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Учалы, Ағиҙел, Бөрө, Баймаҡ, Нефтекама, Салауат ҡалаларынан, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенең Дубна ҡалаһынан 300-гә яҡын кеше килгәйне.
«Эстрада йыры» номинацияһында 63 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты. Фестивалдең Гран-приһына Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының тарих факультеты студенты Ринат Сәлихйәнов лайыҡ булды.
«Эстрада бейеүе» һәм «Инструменталь коллективтар» номинацияларында Гран-при тапшырылманы. Стәрлетамаҡтан «Антре» һәм «Урам тормошо» бейеү коллективтары беренсе дәрәжә лауреаттары исеменә лайыҡ булды. Төркөмдәр араһында беренсе урынды Өфөнән «My Magic. Eskimos» һәм Благовещендан «Near to Paradise» бүлеште.
«Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы үҙенең күп төрлөлөгө һәм юғары башҡарыу оҫталығы менән тамашасыларҙы йәлеп итә. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте республикала йәшәүселәр өсөн күңелле байрам ойошторорға тырыша. Фестивалдең төп йолаларының береһе — Рәсәй йондоҙҙарын саҡырыу, был юлы конкурста танылған йырсы Андрей Державин сығыш яһаны. Байрам, ғәҙәттәгесә, «Керәшен һыуыҡтары» фестиваленең гимнын башҡарыу менән тамамланды.
http://www.bashinform.ru