(6 март 2015) Ошо исем аҫтында “Бәйләнештә” социаль селтәрендә иғлан эленде. Уның хәтер кисәһенә саҡырыу ҡағыҙҙары таратылманы, ҡала урамында афишалар эленеп торманы, әммә Өфөләге Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһына тәғәйенләнгән ваҡытҡа халыҡ йыйылғайны инде. Фойела шағирҙың “Мин, бәлки, урап та килмәм” китабы өйөлөп тора, килеп ингән һәр кем, хаҡына ҡарап тормай, һатып алырға ашыға. “Сыңрау торна” тигән өр-яңы серия тап Ғилман Ишкининдың шиғриәте менән башланып китте.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев кисәне асып, шағирҙың башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны хаҡында фекер әйтте, ҡыҙы Ләйләгә гөлләмә тапшырҙы. Хәтер кисәһен алып барған шағир Азамат Юлдашбаев ҡәләмдәшенең биографияһына күҙ һалыуҙан бигерәк ижадсы булараҡ формалашҡан осоро хаҡында фекер йөрөттө. Сәхнәгә бер-бер артлы шағирҙар, яҡташтары, фольклор белгестәре күтәрелде. Зөфәр Вәлит замандашының кешелеклелегенә баҫым яһаһа, Мөнир Ҡунафин залда ултырған улына мөрәжәғәт итеп: “Балам, Ғилман исемле ағайҙың хәтер кисәһе бөгөн. Үҫкәс уның кеүек егет бул, йәме!” – тине. Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Нәфисә Тулыбаева, Гөлгөнә Баймырҙина халыҡ йырҙарына ғашиҡ шағирҙың рухына бағышлап милли көйҙәребеҙҙе яңғыратты. Яҡташы, артист Радмир Абдуллин да ҡыҙҙар моңона ҡушылды. Әҙәбиәтсе Зәки Әлибаев шағир яҙмалары хаҡында былай тине: “Кинәйәләп фекер әйтеү башҡорт шиғриәтендә бөгөн бөтөнләй һаҡланмаған тиерлек, әммә ижадтың был төрө хаҡында Ғилман Ишкинин иҫкә төшөрҙө, боронғо алымдар ҡулланып яҙҙы ул әҫәрҙәрен”. Йырсы, музыкант Тимур Ямалов һуңғы йылдарҙа шиғыр байрамдарының үҙ кешеһенә әйләнде, был юлы ла ул үҙ асылына тоғро ҡалды – гитара моңо кисәгә үҙенсәлекле аһәң өҫтәне.
Китапҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул биш йәшлек Айгөл Мөхәмәтгәрәеваның һүрәттәре менән биҙәлгән. Ғүмеренең һуңғы йылдарында донъяға берсә балалар күҙе менән баҡҡан, берсә йәшәп арыған аҡһаҡал кеүек фекер йөрөткән Ғилман Ишкининдың йыйынтығын тап бәләкәс ҡыҙҙың рәсемдәре нағышлауы ғәжәп тә түгел һымаҡ. Был дуэт бер-береһен тулыландырып торғандай. Биҙәлеш мөхәррире Артур Батыршиндың ижади ҡарашын да билдәләп китмәү мөмкин түгел. “Сыңрау торна” серияһын булдырып, уны артабан да йәшәтеүгә көс һалырға әҙер торған Вилнур Хәсәнов, Мансур Ғилфанов кеүек егеттәребеҙгә рәхмәт!
Ғилман Ишкининдың китабын һораусылар күп һуңғы арала – бына, сыҡты китап! Уны “Телеүҙәк” һәм “Спорт” туҡталыштарында урынлашҡан “Өфө-матбуғат” киосктарында һатып алырға була, хөрмәтле шиғриәт һөйөүселәр! Азамат Юлдашбаев әйткәнсә, был серияға эләгеү өсөн мотлаҡ вафат булыу кәрәкмәй, шуға күрә заманыбыҙҙың күренекле шағирҙарының шиғырҙары баҫылыр киләсәктә тип өмөтләнәйек! “Бәйләнештә” социаль селтәре аша “Сыңрау торна” төркөмөнә инеп тә ижади эшмәкәрлек менән танышырға була.
Кисә һуңында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев сара барышында ғына яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Иҫ киткес әҫәргә һоҡланмаған кеше ҡалманы шикелле. Бына шулай була, күрәһең, ысын ижад – үҙе артынан яңы әҫәрҙәр тыуҙыра!