(17 февраль) “Был китап татар халҡының бөйөк улы, патриот-шағир Муса Йәлил һәм уның көрәштәштәре, Башҡортостан йәлилселәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән, Украинала, Белоруссияла, Польшала, Францияла партизан отрядтарында йөрөгән, “Иҙел-Урал” легионында булған, концлагерҙарҙа, төрмәләрҙә, һөргөндәрҙә ғазап сиккән яҡташтар тураһында”, – тиелә инеш һүҙҙә.
Хәйҙәр һәм Айҙар Басировтарҙың “Ватанға тоғро ҡалдылар» тигән документаль повесын уҡығандан һуң тыуған уйҙар
Рәсәй – күп милләтле һәм төрлө дин тотоусы халыҡтар тарафынан үҙ ерҙәре нигеҙендә ойошҡан федератив дәүләт. Урыҫ дәүләтенең именлегенә ҡурҡыныс янаған осорҙарҙа ла, уның бойондороҡһоҙлоғын һаҡлап ҡалыу өсөн барған ҡанлы һуғыштарҙа ла славяндар менән бергә төрки халыҡтар ҙа Ватан бойондороҡһоҙлоғы өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткәндәр. Рәсәйҙең киләсәге, аналитиктар фекеренсә, милләттәр араһындағы тыныслыҡҡа тулыһынса бәйле. Шуның өсөн дә илебеҙҙә милләт-ара тыныслыҡ, толерантлыҡ принциптарына нигеҙләнгән сәйәсәтте тәрәнәйтеүҙе күҙҙә тотҡан ҡарарҙар Өфөлә 2011 йылдың февралендә үткән Дәүләт Советы ултырышында ҡабул ителде. Шул күҙлектән сығып ҡараһаң, атайлы-уллы Хәйҙәр һәм Айҙар Басировтарҙың “Ватанға тоғро ҡалдылар» тигән документаль повесы ваҡыт талаптарына яуап бирә.
Билгеле булыуынса, татар халҡының тарихи тамырҙары бик тәрән. Беҙҙең халыҡҡа айырыуса башҡа милләттәр менән дуҫ-татыу йәшәү хас. Ниндәй генә ауыр һынауҙар килеп тыуған осорҙарҙа ла ауырлыҡтар алдында халҡыбыҙ баш эймәй, рух ныҡлығын юғалтмай.
Бөтөн донъяға мәғлүм булыуынса, Муса Йәлилдең рух ныҡлығын, Тыуған иленә булған һөйөүен, хәрби антын фашистар ҡулына әсирлеккә төшкәс тә һындыра алмайҙар. Бөйөк татар халҡының легендар улы ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр үҙендә яуыз фашистарға ҡаршы көрәшергә көс таба. Ҡаһарман шағирҙың “Моабит дәфтәре” тип аталған шиғырҙар йыйынтығын Брюссельдағы совет консуллығына бельгиялы антифашист Андре Тиммерманс тапшыра. Төрмәлә ул Йәлил менән бер камерала тотҡынлыҡта була. 1953 йылдың 25 апрелендә “Литературная газета”ла “Моабитта яҙылған шиғырҙар” тигән ғөмүми баш аҫтында шағир Муса Йәлилдең тотҡынлыҡта ижад иткән шиғырҙары урыҫ телендә беренсе мәртәбә донъя күрҙе. Был шиғырҙар татар әҙәбиәтенә, ғөмүмән, татар халҡына йөҙ аҡлығы килтерҙе. Меңдәрсә саҡрымдар, төрлө-төрлө дәүләт сиктәрен үтеп, шағирҙың “палач балтаһы аҫтында” яҙылған шиғырҙары, уның иленә, халҡына тоғролоғын тағын бер раҫлап, тыуған еренә ҡайтты. Муса Йәлил, фашизмға ҡаршы иң ҡаһарман көрәшсе булып, донъя-күләм символға әүерелде.
Әйтергә кәрәк, 90нсы йылдарҙа башланған үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү эшенә ҙур зыян килтерҙе. Үкенескә ҡаршы, рухи ҡиммәттәргә ҡараш үҙгәрҙе. Ватан өсөн, халҡым өсөн, кешеләр өсөн тигән төшөнсәләр аҫта ҡалып, үҙем өсөн, байлыҡ өсөн, шәхси именлек өсөн, тигән ҡараштар өҫтөнлөк алды. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа, патриотик тәрбиәгә нығыраҡ әһәмиәт бирергә кәрәк, тигән фекерҙәр яңғырай яңғырауын. Бына ошо шарттарҙа йәлилселәрҙең батырлығы тураһында һөйләү йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Муса Йәлил һәм уның көрәштәштәре тураһында күп эҙләнеүҙәр нәтижәһендә яҙылған был документаль повесть аталы-уллы Басировтарҙың уникаль һәм ҙур фәнни хеҙмәте булып тора.
Батырҙарыбыҙ тураһында инде йөҙләгән китап яҙылған, сәхнә әҫәрҙәре эшләнгән. Йәлил образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә бик күп сағылдырылған, төрлө яҡтан асылған. Ғәзи Кашшаф, Шәйхи Маннур, Роберт Бикмөхәммәтов, Юрий Корольков, Исхаҡ Зәбиров, Шәмси Хамматов, Рафаэль Мостафин, Леон Небенцаль һәм башҡа авторҙарҙың китаптары сыҡты. Мәшһүр композитор Н. Йыһанов “Йәлил” операһын яҙҙы. Роман, повестар, монографиялар, очерктар ижад ителде. Һуңғы осорҙа уларға Шәһинур Мостафиндың “Хәтер яҡтыһы”, Искәндәр Ғиләжевтың “Иҙел-Урал” легионы”, Әбделхан Әхтәмйәндең “Муса Йәлил һәм уның көрәштәштәренең фашизмға ҡаршы тороуы” кеүек китаптар өҫтәлде.
“Ватанға тоғро ҡалдылар” тигән повеста йәлилселәр араһында Башҡортостандан сыҡҡан милләттәштәребеҙҙең дә байтаҡ икәне бәйән ителә. Башҡортостан йәлилселәре тураһында матбуғатта айырым мәҡәләләр баҫылып сыҡһа ла, улар тураһындағы яҙмалар бер урында тупланған китап әлегә юҡ ине.
Татар халҡының Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тарихын өйрәнеү, уны пропагандалау, йәштәр араһында патриотик тәрбиә алып барыусылар өсөн был китап айырыуса әһәмиәтле.
Беренсе бүлектә “Иҙел-Урал” легионының барлыҡҡа килеүе тасуирлана. Бүлектә архив документтары, шул ваҡиғала ҡатнашыусыларҙың иҫтәлектәре, Татарстандың күренекле тарихсыһы Искәндәр Ғиләжевтың “Иҙел-Урал” легионы” тигән фундаменталь хеҙмәте лә урын алған.
Икенсе бүлектә Муса Йәлилдең данлы һәм көрәш юлы тасуирланған. Муса Йәлил һәм көрәштәштәренең дошман тылында ла үҙ Ватандары алдында бирелгән хәрби анттарына тоғро ҡалып ҙур батырлыҡ күрһәтеүҙәре сағылыш тапҡан. Күптәре илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғы, яҡты киләсәге өсөн батырҙарса һәләк булған.
Билгеле булыуынса, Муса Йәлил 1924 йылдың июнендә Бөйөк Ватан һуғышы тарихында киң билдәле Мясной Бор станцияһы тирәһендәге үлем үҙәнендә яраланып, әсирлеккә эләккән. Ленинград өлкәһендә, Латвияла, Польшалағы концлагерҙа, Берлиндан алыҫ түгел Вустрау тигән айырым лагерҙа булған. Дошмандың үҙ ояһында йәшерен ойошма төҙөп, уның менән етәкселек иткән. Һәм… нисә йылдар буйына Йәлил һәм уның көрәштәштәре хыянатсылар исемлегендә йөрөгән. Әммә бөйөк шағирыбыҙ һәм уның көрәштәштәре ниндәй гена ауыр ғазаптарға дусар булһалар ҙа, һынмайҙар, һығылмайҙар. Ватанға, халҡына тоғро ҡалалар.
Авторҙар быға ҡәҙәр билдәле булмаған факттарҙы ла асыҡлай. Мәҫәлән, Муса Йәлилдең исемен аҡлауҙа Башҡортостандың Саҡмағош районында тыуып үҫкән, күп йылдар дауамында Татарстан партия өлкә комитетын етәкләгән күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Зиннәт Моратов һәм Сәлихйән Батыевтың роле хаҡында.
Китапта Муса Йәлилде күреп белгән, аралашҡан кешеләр – реаль геройҙар сағылыш тапҡан. Шуларҙың береһе – Рушат Хисаметдинов, ул шағир менән Демблин крепостында тәү тапҡыр осраша. Әсирҙәрҙе, милләтенә ҡарап, төрлө лагерҙарға йыялар, татар-башҡорт милләтенән булғандарҙан “Иҙел-Урал” легионы формалаша. Легионсылар фашистарға ҡаршы көрәш алып бара, йәшерен рәүештә төрлө телдәрҙә “Йондоҙ”, “Патриот”, “Дүртенсе комитет” тигән листовкалар баҫтыралар. Муса дошман тылындағы башҡа йәшерен ойошмалар менән бәйләнешкә инә, Бушманов, Рыбалченко, Иконников кеүек урыҫ патриоттары менән тығыҙ аралаша.
Китапта яҙылыуынса, Муса Йәлил һәм уның көрәштәштәре ойошторолған йәшерен ойошма составында, шулай уҡ “Иҙел-Урал” легионында, Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр ҙә аҙ булмай. Улар – татар һәм башҡорт халыҡтарының батыр улдары: Рәхим Саттар, Әмир Үтәшев, Ниғмәт Тереғолов, Муллаян Ғабдуллин, Ғәлим Садыков, Хәниф Мөхәммәтов, Зәки Зөбәиров, Ғәлимйән Ғәлиев һәм башҡалар. Китап авторҙары был бүлекте, бик күп ҡыҙыҡлы материалдар туплап, әҙәби документаль повесть юғарылығына еткереп яҙғандар.
Һуғыш йылдарында Муса Йәлил менән осрашҡан, Башҡортостандың Саҡмағош районында тыуып үҫкән ҡаһарман егеттәргә китапта айырым урын бирелгән. Улар – Иҫке Ҡалмаштан Нурдәүләт Аҡсурин, Уйбулат ауылынан Хөсәйен Тимерханов. Һуңыраҡ был һуғышсылар француз партизандары менән бергә фашистарға ҡаршы көрәштә ҡатнашып, еңеү яулап, Тыуған илебеҙгә иҫән-имен ҡайталар.
Ғаяз Фәйзуллин.
Татар теленән тәржемә итте Гөлфиә Вәлиева.