(31 августа 2016) Башҡортостандың Сибай ҡалаһында күләмле сара – “Башҡорт халҡы Рәсәй именлеге һәм үҫеше өсөн” тип исемләнгән төбәк-ара форум үтте. Былтыр ноябрҙәге Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң Башҡортостандағы һәм күрше төбәктәрҙәге бөтөн ҡоролтай рәйестәрен бер урында туплаған тәүге мәртәбәле сара булды форум.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, урындағы ҡоролтайҙар эшмәкәрлеген йәнләндереү –көн талабы. Бөгөнгө сара көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, киләсәккә эш планын билдәләү өсөн кәрәк. Ҡоролтай етәксеһе үҙенең сығышын форум делегаттарын ғына түгел, бөтөн башҡорт халҡын борсоған мәсьәләләргә бағышланы.
– Һуңғы йылдарҙа бик ҡурҡыныс тенденция барлыҡҡа килде: Берҙәм дәүләт имтихандарына һылтанып, туған телдәрҙә уҡытыуҙы ҡыҫҡартыу бара, – тип һүҙ башланы Ҡоролтай етәксеһе. – Рус телендә уҡытыуҙың ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәнен беҙ үҙебеҙҙең тәжрибә нигеҙендә беләбеҙ. 90-сы йылдарҙа ҙур тырышлыҡ менән асылған башҡорт милли гимназия һәм лицейҙары бөгөн үҙҙәренең милли йөҙөн юғалта. Ҡулайлаштырыу һылтауы менән күптәренә башҡа милләт балаларын килтереп тултырҙылар, уҡытыу рус теленә күсерелде. Бындай гимназия һәм лицейҙары исемлеген дә бирә алабыҙ.
Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, милли мәғариф проблемаларын хәл итеү өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Мәғариф һәм фән комиссияһы ойошторолған. Уны филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле дәреслектәре авторы Вәкил Хажин етәкләй. Комиссия составына Фирҙәүес Хисаметдинова, Мәрйәм Бураҡаева, Гүзәл Вилданова, Миндибай Юлмөхәмәтов кеүек мәғариф өлкәһендәге билдәле кешеләр ингән. Ҡоролтай ағзалары 2016 йылда мәғариф өлкәһендәге төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа, “Ҡала башҡорттары” IX төбәк-ара конференцияла әүҙем ҡатнашҡан, комиссияға тәжрибәле методистар, уҡытыусылар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын йәлеп итеп, конференцияға әҙерлек сиктәрендә 6 ҡалала – Туймазы, Октябрьский, Дүртөйлө, Нефтекама, Мәләүез һәм Ишембайҙа – белем усаҡтарын тикшергән. Әммә, етәксе әйтеүенсә, былар ғына аҙ. Милли мәғариф өлкәһендәге ваҡытты юғалтыу менән киҫкенләшә барған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бергәләп тотонорға, әүҙем булырға кәрәк. Шул саҡта уларҙың осона сығып, күп нәмәгә ирешеп була.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ҡыҫҡартып, рус теленә өҫтөнлөк биргән мәктәптәрҙе яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡаева ла тәнҡитләп сыҡты.
– Туған башҡорт телебеҙ – ул сәләмәтлек, медитация, ата-әсәләр менән аралашыу һәм һәләтте асыу теле. Әгәр бала үҙ теленән яҙа икән, тимәк, тәбиғәттән бирелгән һәләттәренең бер ҡасан да асылмауы ихтимал. Уйлап ҡарайыҡ әле, милләттәштәр, – тип залға мөрәжәғәт итте ил инәһе. – Урыҫ телендә аралашырға кәрәк, ҡатнаш ғаиләләлә тыуған балалар вундеркинд була, тигән мәкерле сәйәсәт алып барылды бығаса. Урыҫ теленә күскән кешеләр үҙҙәрен урыҫ һанай. Әммә һеҙҙе был милләт үҙенеке тип ҡабул итәме? Был – беренсенән. Икенсенән, әгәр ҡатнаш ғаиләлә вундеркиндтар тыуһа, беҙ күптән Ҡытай менән Японияны уҙып китер инек.
Мәрйәм Бураҡаева тағы бер уйландырырлыҡ миҫал килтерҙе:
– Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғоловтың башҡорт бал ҡорттары тураһындағы докладын тыңларға тура килгәйне. Башҡорт ҡорттары икенсе төр ҡорттар менән аралашҡанда тәүҙә уларға мул итеп бал бирә, һуңынан әкренләп үҙҙәре юғалыуға дусар була. Мин үҙебеҙҙе ошо башҡорт ҡорто кеүек күрәм, – тине әҙибә. – Үрҙән алып барылған сәйәсәтте, кире тенденцияны туҡтатып булмай, әммә уны диңгеҙҙә торғанда тулҡынды үткәргән кеүек үткәреп ебәрергә була бит. Туған телде, милләт булараҡ башҡортто һаҡлау буйынса алып барған эштәрҙе тыныс ҡына дауам итә алабыҙ.
Мәрйәм Бураҡаева милли мөхит булдырып, балаларҙы 21 көн эсендә башҡорт рухлы итеп тәрбиәләп сығарған “Йәйләү” этнолингвистик лагеры, Башҡортостанда йәйелдерелгән “Ағинәйҙәр” хәрәкәте тураһында ла әйтеп үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми етәксеһе Фирҙәүес Хисамитдинова республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методистар институтының бөтөрөлөүенә бәйле хафаһын белдерҙе. Ғалимә әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының милләтен ҡайғыртыусы ойошма булараҡ башҡорт теле дәрестәренең нисек уҡытылыуын тикшерергә хоҡуғы бар, һәм ул ошо хоҡуҡтарынан мотлаҡ файҙаланырға тейеш.
– Ғөмүмән, туған телде һаҡлауҙы һәр беребеҙ үҙенән башлаһын ине, –тип өндәште пленар ултырышта ҡатнашыусыларға Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы. – Бер генә һорау: балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме?
Ҡоролтай ултырышында дин мәсьәләһенә лә айырым иғтибар бирелде. Республикала рәсми рәүештә эшләп килгән дини берләшмәләр, ағыулы тырнағына эләктереү өсөн ялған мәғлүмәт таратҡан радикаль ағымдар тураһында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре Советы рәйесенең советнигы Руслан Ҡарамышев сығыш яһаны. Белгес әйтеүенсә, радикализм, экстремизмды таратыусылар уғата әүҙем. Миҫал өсөн, һәр кемебеҙгә таныш Рәсәйҙә тыйылған ойошмаларҙың береһе, телевидение, интернет һәм башҡа мөмкинлектәрҙе ҡулланып, айына өс меңләп мәғлүмәт тапшыра. Ә Рәсәйҙең Террорға ҡаршы милли комитеты йылына ни бары 200 мәғлүмәт әҙерләй. Вәхшиҙәрҙең тоҙағына төшмәҫ өсөн Руслан Ҡарамышев һәр осраҡта ла кеше күңелен дауалау менән шөғөлләнгән, махсус белеме булған дин эшмәкәрҙәренә – имамдарға, священниктарға, раввиндарға һәм ламаларға мөрәжәғәт итергә саҡырҙы.