(9 сентября 2017) Ошо көндәрҙә Табын ырыуҙары вәкилдәренең IV съезы документтары һәм материалдарын үҙ эсенә алған үҙенсәлекле йыйынтыҡ нәшер ителде.
Унда йыйындың ҡыҫҡа стенограммаһы, тарих фәндәре докторы, профессор Булат Аҙнабаевтың Табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһенең бай тарихын бәйән иткән доклады, делегаттарҙың сығыштары һәм тәҡдимдәре, шулай уҡ ер-һыуҙы, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре индерелгән резолюция һәм башҡа документтар донъя күргән.
Йыйынтыҡтың «Табындарҙың арҙаҡлы шәхестәре» тигән бүлеге, моғайын, күптәрҙең иғтибарын йәлеп итер. Унда башҡорт халҡын бар донъяға танытҡан Ғәли Соҡорой, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мөхәмәтша Буранғолов, Мәжит Ғафури, Абдулҡадир Инан, Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), Жәлил Кейекбаев, Әнғәм Атнабаев кеүек ошо ырыуҙың бөйөк вәкилдәре исемлеге менән танышырға мөмкин. Был ырыу шөһрәтнамәһен тулыландырыуҙа һәм аныҡлыҡ индереүҙә йәмәғәтселек вәкилдәре әүҙем ҡатнашһын ине, тигән теләк белдергән автор-төҙөүсе Нияз Сәлимов.
Ирек Кинйәбулатовтың һүҙҙәренә яҙылған «Табындар йыры», Мәүлит Ямалетдиндың «Майҡы», Фәрғәт Ҡотлобаевтың «Ырыуым – йөҙөк ҡашы» исемле шиғырҙары, шулай уҡ IV йыйын һәм I Табын йәштәре фестивале күренештәрен сағылдырған фотоһүрәттәр китаптың бәҫен арттырған.
Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арнап нәшер ителгән «Беҙ — табындар» йыйынтығын республикала әүҙемләшә барған ырыуҙар хәрәкәтен күҙаллауҙа, милли үҙаңды үҫтереүҙә, шәжәрә-тамырҙарҙы барлауҙа, һис шикһеҙ, ҙур әһәмиәткә эйә булған китаптарҙың береһе тип баһаларға мөмкин.