Перейти к содержимому
РОО «Национально-культурная автономия башкир – курултай (конгресс) башкир РТ»

РОО «Национально-культурная автономия башкир – курултай (конгресс) башкир РТ»

Основное меню
  • Портал
  • Главная
  • Об организации
    • Руководство
    • Структура
    • Документы
    • Контакты
  • Новости
  • Медиа
    • Видео
    • Фото
  • Гостевая
  • Главная
  • Новости
  • “Ҡөҙрәтле һүҙ” нуры

“Ҡөҙрәтле һүҙ” нуры

admin 06.03.2015
(6 март 2015) Халҡыбыҙҙың рухи хазиналарының береһе “Урал батыр” эпосы яҙып алынған, башҡорт әҙәбиәтенең матур өлгөләре “Ырғыҙ”, “Дуҫ булайыҡ”, “Ғәлиәбаныу” ижад ителгән, донъяла тик ошонда ғына ике халыҡтың уртаҡ улы, күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзигә һәйкәл ҡуйылған якта Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы үтте.

Кисәлә ошо төбәктә тыуып үҫкән, ижадтарында шул ерлектән һут һәм илһам алған яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова, Әхмәр Үтәбаев, Лилиә Ҡәйепова, Нияз Алсынбаев менән бер рәттән Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, билдәле дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаров тураһындағы китапты төҙөүселәр Марсель Ҡотлоғәлләмов менән Ғәлиә Ғәлимованың ҡатнашыуы тантанаға мәртәбә өҫтәне.
Шағир һүҙе, яҙыусы фекере танһыҡ бөгөн халыҡҡа. Шуғалыр ҙа сәхнәнән балалар башҡарыуында халыҡ шағир­ҙары Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Абдулхаҡ Игебаев, шулай уҡ Рәйес Түләковтың шиғырҙары яңғырағанда, тамашасылар тып-тын ҡалып, йотлоғоп тыңланы. Бөгөн китап уҡыусылар аҙая тип борсолһаҡ та, халҡыбыҙ барыбер рухи ҡиммәттәрҙе өҫтөн күрә, яҙыу­сылар менән осрашыуҙарға эркелеп килә.
Район хакимиәте башлығы урын­ба­ҫары Радмир Иҫәнбаев үҙ сығышында бәләкәйҙән китап уҡып, әҙип тәрбиә­һендә үҫкән кешенең күңеле матур һәм изге булыуын, әҙәбиәттең быуындарҙы бәйләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Әгәр сабый теле әсәһенең бишек йыры, өләсәһенең әкиәттәре менән асыла икән, уның артабан да шағир һүҙенә, яҙыусы фекеренә ҡолаҡ һалып үҫәсәгенә иманым камил, — тине ул.
Артабан үҙ ижадына күк Ирәндек, йәмле Һаҡмар илһам биргән яҙыусы­лар һүҙ алып, шиғри күстәнәстәрен бүләк итте. Баймаҡ халҡының күре­нек­ле улы Зекериә Аҡназаров хаҡындағы китапты төҙөүсе авторҙар уның баҫмаға нисек әҙерләнеүе хаҡында һөйләне, китапты тулыландырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн баймаҡтарға рәхмәт белдерҙе.
Кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле Әҙәбиәт йылы уңайынан районда иғлан ителгән “Ҡөҙрәтле һүҙ” фестиваленә старт бирелеү булғандыр. “Әҙәбиәт йылы. Ҡөҙрәтле һүҙ” тип сигеп яҙылған ике символик һөлгө Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының ике лауреатын үҫтергән Күсей һәм Ишбирҙе ауыл биләмәләренә тапшырылды. Артабан саралар райондың һәр ауылында үтәсәк.
Шулай уҡ был көндә әҙәбиәт һөйөү­селәр өсөн фойела китап күргәҙмәһе һәм сауҙаһы эшләне, һәр кемгә күңеленә оҡшаған, зауығына тап килгән баҫманы һатып алырға мөмкинлек булды.

 

Автор: Кәримә УСМАНОВА

Продолжить чтение

Назад: “Хәтер ҡайтһа киләсәккә”
Далее: В Башкортостане объявлен конкурс СМИ на лучшее освещение Года литературы

 

вконт

bn-of-rt bn-uslugi bn-ufms bn-anrussia bn-prch
 ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ
© РОО «Ассамблея народов Татарстана» Тел.: 8 (843) 237-97-99 E-mail: an-tatarstan@yandex.ru
ГБУ «Дом Дружбы народов Татарстана» Тел.: 8 (843) 237-97-90 E-mail: mk.ddn@tatar.ru
420107, г. Казань, ул. Павлюхина, д. 57