(19 февраля 2015) Ошо аҙнала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә киң йәмәғәтселек һәм тамашасылар күптән көткән «Ҡаһым түрә» (Б. Бикбай, Х. Ирғәлин) драмаһының премьераһы була. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы – театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов.
Башҡорт драматургияһын һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән мәшһүр драматург Баязит Бикбайҙың тарихи шәхесебеҙ Ҡаһым Мырҙашев хаҡындағы уйландырғыс, тәрән йөкмәткеле әҫәре 1957 йылда яҙылған һәм, заманына күрә, уның төп идеяһы – тыныс йәшәү, урыҫ һәм башҡорт халҡының дуҫлығын данлау.
Ҡаһым түрәнең күп яҡлы һәм ҡатмарлы шәхесе, 1812 йылғы Ватан һуғышында (ул һәр береһендә 500 яугир иҫәпләнгән 28 полктың береһенә етәкселек итә) тотҡан урыны, үлемһеҙ батырлығы, кем ҡулынан һәләк булыуы (Ҡаһымдың хәрби уңыштарына көнләшеүҙән урыҫ императоры вельможалары уны ағыулаған тигән фараз йәшәй), сая тәбиғәте беҙҙе әлеге көнгә ҡәҙәр ҡыҙыҡһындырыуҙан туҡтамай: тыуған тупраҡтан алыҫта, сит ерҙәрҙә уға яугир-юлбашсы бурысын үтәргә ниндәй илаһи ҡөҙрәт көс һәм сәм биргән? Халыҡ араһында бөгөн дә популяр «Ҡаһым түрә» йырын кем сығарған?.. (Билдәле булыуынса, Ҡаһым Мырҙашев 1778 йылда Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Айыусы ауылында тыуған, Петербург хәрби академияһын тамамлап, полковник дәрәжәһен алған. Уның «түрә» ҡушаматы «башлыҡ», «әфәнде» тигәнде аңлата).
Тарихи сығанаҡтарҙа Ҡаһым полкы тураһында мәғлүмәт бик аҙ, әммә шуныһы билдәле: хәрби полктар үҙ ирке менән формалаша, йәғни һалдаттарҙың көнитмешен, уларҙы – ат, аттарҙы – фураж, даға, яугирҙәрҙе ҡорал һәм башҡалар менән халыҡ үҙе тәьмин иткән. Ул ваҡытта хәрби подразделениелар араһында беренсе башҡорт-типтәр хәрби полкы иң данлыһы була.
– Ваҡиғалар барған осор ғәйәт ҡатмарлы. Ошондай ауыр шарттарҙа башҡорт яугирҙәрен тыуған илгә намыҫлы һәм эскерһеҙ хеҙмәт итергә, Ватаны өсөн йәнен фиҙа ҡылырға ниндәй бөйөк инаныуҙар саҡырған тигән һорауҙарға яуап бирергә ынтылабыҙ спектаклдә, – ти режиссер.
Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» тарихи драмаһына заманса рух биреп, сәхнә өсөн әҙерләүсе – тарихсы һәм драматург Хәмит Ирғәлин. Ваҡиғалар байытылып, яңы сәхнә алымдары, мауыҡтырғыс формалар, дөйөмләштереүҙәр (мәҫәлән, улына ошо тарихты һөйләгән Ер-әсә, асылында бөтә кешелектең һәм барлыҡ милләттең киләсәге сағылған бала персонаждары, Ҡөрьән сүрәләре) аша бирелә.
Ҡаһым түрә ролен Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров башҡара. Рәссамы – Альберт Нестеров, балетмейстеры – Сулпан Асҡарова, композиторы – Урал Иҙелбаев.