Перейти к содержимому
РОО «Национально-культурная автономия башкир – курултай (конгресс) башкир РТ»

РОО «Национально-культурная автономия башкир – курултай (конгресс) башкир РТ»

Основное меню
  • Портал
  • Главная
  • Об организации
    • Руководство
    • Структура
    • Документы
    • Контакты
  • Новости
  • Медиа
    • Видео
    • Фото
  • Гостевая
  • Главная
  • Новости
  • «Ҡул ҡыҫышыу» халыҡ-ара кинофорумында өфөләр милләт-ара мөнәсәбәттәр тураһында иң яҡшы 18 фильм ҡарай ала

«Ҡул ҡыҫышыу» халыҡ-ара кинофорумында өфөләр милләт-ара мөнәсәбәттәр тураһында иң яҡшы 18 фильм ҡарай ала

admin 16.02.2016

(15 февраля 2016) Бөгөн Өфөлә Николай Киселев исемендәге «Ҡул ҡыҫышыу» халыҡ-ара кинофорумы асылды. 15 февралдән 17-нә тиклем милләт-ара мөнәсәбәттәр тураһында иң яҡшы фильмдар баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында бушлай күрһәтелә.

«Башинформ» агентлығының конференциялар залында ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар форумдың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

Сараның программаһына 10 документаль һәм һигеҙ уйын фильмдары ингән. Фильмдарҙы ҡарағандан һуң фекер алышыу буласаҡ. БРИКС ойошмаһы дәүләттәре — Ҡытай һәм Һиндостан фильмдарын күрһәтеү форумға халыҡ-ара статусын бирә. 2016 йылдың 15 февраленән Рәсәй БРИКС-та рәйеслек итеүен тамамлай һәм Өфө ойошманың киләһе саммитын үткәреү хоҡуғын Һиндостанға тапшыра. Шуға бәйле форумға һинд кино эшмәкәрҙәре саҡырылған.

«Фильмдарҙы фестивалдең арт-директоры, «МК» гәзитенең кино күҙәтеүсеһе Светлана Коплякова менән һайланыҡ. Төп урында милләт-ара мөнәсәбәттәр булырға тейеш. Дөйөм алғанда, илдәге проблематика торошо», — тип билдәләне кинофорум етәксеһе Элла Митина.

Сара Башҡортостандың Благовещен районында тыуып үҫкән партизан Николай Киселевтың иҫтәлегенә арнала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул Долгиново ауылынан 218 йәһүдте фронт линияһы аша алып сыға. «Башҡорт Шиндлеры» иҫтәлегенә уҙғарылған кинофорумдың девизы — «Ҡул ҡыҫышыу — килешеүгә, татыулыҡҡа һәм берҙәмлеккә тәүге аҙым».

Рәсәй киноһы йылында кинофорум Өфө, Ярославль, Ҡазан, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Мәскәү ҡалаларында уҙа. Сараны ойоштороусылар — «Йәһүдтәрҙең федераль милли-мәҙәни автономияһы» (ФЕНКА) йәмәғәт ойошмаһы һәм Мәскәүҙең «АБ-ТВ» телекомпанияһы. Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — уның рәсмисайтында.

Продолжить чтение

Назад: В Башкирии провели конкурс исполнителей патриотической песни «Во славу Отечества»
Далее: Башкирская писательница удостоена Всероссийской литературной премии за лучший перевод

 

вконт

bn-of-rt bn-uslugi bn-ufms bn-anrussia bn-prch
 ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ
© РОО «Ассамблея народов Татарстана» Тел.: 8 (843) 237-97-99 E-mail: an-tatarstan@yandex.ru
ГБУ «Дом Дружбы народов Татарстана» Тел.: 8 (843) 237-97-90 E-mail: mk.ddn@tatar.ru
420107, г. Казань, ул. Павлюхина, д. 57